Бөгөн шатлыҡ — байрам көнө. Рәсүл Әкрам салләллааһу ғәләйһи үәссәләм һөйөнөс бирә:
إِذَا كَانَ يَوْمُ الْعِيدِ وَ خَرَجَ النَّاسُ إِلَى اْلجِبَانَةِ يَنْظُرُ اللهُ تَعَالَى إِلَيْهِمْ وَ يَقُولُ: يَا عِبَادِى لِى صُمْتُمْ وَ إِلَى رِزْقِى أَفْطَرْتُمْ وَ ِلَىَّ صَلَيْتُمْ فَقُومُوا مَغْفُورًا لِذُنُوبِكُمْ مَا تَقَدَّمَ وَ مَا تَأَخَّرَ
"Ғәйет көнө булһа иһә кешеләр намаҙҙы үтәргә сыҡҡанда Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә уларға ҡарап әйтер:" Әй, бәндәләрем, Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙ, ризығым менән ауыҙ астығыҙ, рәхмәтемде өмөт итеп намаҙ үтәнегеҙ. Тороғоҙ, гонаһтарығыҙ ярлыҡанған хәлдә, элек булғандары ла һәм һуңғылары ла!" тип әйтә.
Аллаһ Тәбарәкә үә Тәғәлә күңелдәребеҙгә һәм ғаиләләребеҙгә, мәхәллә-мәсеттәребеҙгә, ауыл һәм ҡалаларыбыҙға, ғәзиз Ватаныбыҙ һәм бөтә ғәләмгә ысын тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәттәр насип әйләһен.
Халҡыбыҙға хәйерле ғүмер һәм балаларыбыҙға Раббүл — Ғиззә тәүфиҡ истиҡамәттәрен, шәкерттәребеҙгә файҙалы ғилем, дин һәм милләтебеҙгә хәйерле хеҙмәттәр мөйәссәр ҡылып, ҡәрҙәштәребеҙҙең күңелдәрен пак, имандарыбыҙҙы сәләмәт ҡылһын. Ғәйет шәриф байрамдарыбыҙ барыбыҙға мөбәрәк булып, киң ризыҡ, дин үә донъябыҙ төҙөклөгөндә Йәнабе Аллаһ тәҡрарҙарын күрергә насип әйләһен. Йә Раббым барыбыҙға ла ике доньяның бәхетен дә бирһәң ине, тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине!
Әмин! Йә Раббил-Ғаләмин.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев