Предыдущая публикация
Хөрмә табып булмағанда, уның урынына бал, шәкәр кеүек ризыҡтарҙы ҡабыу ҙа мөстәхәб, тип әйтелгән.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм заманында ҡайһы бер кешеләр ураҙаны ғәйет намаҙҙына ҡәҙәр дауам итә, тип уйлағандар, шуның өсөн намаҙға ҡәҙәр ашап-эсмәгәндәр.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм Рамаҙан ғәйете көнөндә ураҙа тамам булыуын күрһәтеү өсөн, байрам намаҙынан элек хөрмә ашаған. Ҡорбан ғәйетендә намаҙҙан һуң ауыҙ асҡан. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм өйөнән намаҙ уҡый торған ергә бер юлдан барһа, ҡайтҡанда юлын үҙгәртә торған булған. Бының маҡсаты күберәк кеше мелән күрешеп, байрам менән ҡотлау булған.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев