Иләһи ниәт ҡылдым ике рәкәғәт Ҡорбан ғәйете (йәки Ураҙа-фитыр) намаҙын үтәмәккә (үтәргә). Ойоном (эйәрҙем, ҡабатлайым уның артынан) ошо имамға. Халисән лилләһи Тәғәлә. Аллаһү әкбәр», — тип, ҡиблаға ҡараған килеш ҡулдарҙың;(ус төбөн ҡиблаға ҡарай) баш бармағын ҡолаҡ йомшағына тейҙерелә. Артабан уң ҡулды һул ҡул өҫтөнә ҡуйған хәлдә ҡулды кендек өҫтөндә тотоп, «Ҫәнә» — «Сүбхәнәкә» уҡыла: «Сүбхәнәкә Аллаһүммә үә бихәмдикә үә тәбәракәс-смүүкә үә тәғәәләә джәддүкә үәләә иләәһә ғайрүк». Унан һуң һәр кем, намаҙға керешкәндә кеүек, ҡулдарын өс мәртәбә күтәреп, баш бармаҡтарың ҡолаҡ йомшағына тейҙереп, өс тапҡыр тәҡбир: «Аллаһү әкбәр», — тип әйтә. Тәкбирҙәр араһында ҡулдары бағланмай һалынып тора. Бынан һуң, уң ҡулды һул ҡул өҫтөнә ҡуйған хәлдә бағлап, «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджим» әйтеп, «Фатиха» һәм башҡа бер сүрә уҡыла.
"Аллаһү әкбәр", тип рөкүғҡа китәбеҙ, йәғни: ярым бөгөләбеҙ, ҡулдар теҙҙәргә ҡуйыла, ирҙәрҙең теҙҙәре әҙ генә бөгөлә. Өс тапҡыр: «Сүбхәәнә раббийәл ғәҙим», тип әйтелә. Шунан һуң имам: «Сәмиғәллаһү лимән хәмидәһ» тип әйтә, тураяһың. Шунаң имам менән бергә: «Раббәнәә ләкәл хәмде», тип: «Аллаһү әкбәр», тип сәждәгә китәһең. Сәждәлә өс тапҡыр: «Сүбхәәнә раббийәл әғлә», тип әйтәбеҙ ҙә, «Аллаһү әкбәр», тип ҡалҡабыҙ. Сәждәне ҡабатлайбыҙ, өс тәкбир вәжибтер. Шулай бер рәкәғәт тамам була. 2-се рәҡәғәттең ҡыямына баҫабыҙ. Эстән: «Бисмилләәһир — рахмәәнир-рахииим», тип әйтеп, «Фатиха» һәм тағы бер сүрә уҡығандан һуң рөкуғ ҡылыр алдынан, иң беренсе рәкәғәттәге кеүек, өс тапҡыр тәҡбир әйтелеп, өс тапҡыр ҡулдар, ҡолаҡҡа күтәрелер, 4-се тәкбир менән рөкүғҡа кителә. Рөкуғ һәм сәждә ҡылғандан һуң,ҡағдала уҡыла: «Тәшәһһүд»: «Әттәхиййәтү лилләәһү үәс-саләүәәтү, үәт-ттаййибәәәт. Әссәләмүғәләйкә әййүһән-нәбиййү үә рахмәтул-лааһи үә бәракәәтүһ. Әс-сәләмүғәләйнәә үә ғәләә ғибәәдилис-салихииин. Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүүһүү расүүлүһ».
«Салауат»: «Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәде. Кәмәә салләйтә ғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһиимә иннәкә хәмидүм мәджиииде. Аллааһүммә бәәрик ғәләә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәде. Кәмәә бәрактә ғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһиимә иннәкә хәмиидүм мәджииде».
"Доға аяты": «Раббәнәә әәтинә фиддүнйәә хәсанәтәү үә фил-әәхирати хәсанәтәү үә ҡыйнәә ғәҙәәбәән-нәәәр».
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев