Әүәл сәхәбәләр тәкбирҙе ишетелерлек итеп әйтә торғандар, ә башҡа кешеләр әйтмәһә, улар аптырап: «Ниңә тәкбир әйтмәйһегеҙ?» — тип һорағандар. Тәкбирҙең сифаты ошолай була: «Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Лә иләһә илләллаһ! Үәллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Үә лилләһил хәмд!» (Тәржемәһе: «Аллаһ — иң Бөйөк! Аллаһ — иң Бөйөк! Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Аллаһ — иң Бөйөк! Аллаһ — иң Бөйөк! Һәм Аллаһҡа — маҡтау!»).
Байрам көнөндә мосолмандар бер-береһен ҡотларға тейеш. Сәхәбәләр был көндә осрашҡан ваҡытта бер-береһенә «Тәҡаббәләллаһу миннә уә минкум!» — ти торғандар. (Тәржемәһе: «Аллаһ һеҙҙән дә, беҙҙән дә ҡабул итһен!»). Беҙ ҙә ошоға оҡшаш һүҙҙәр менән кешеләргә ҡотлау һүҙҙәре әйтәйек.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев