Ауыҙына тәғәм ризыҡ алмаҫ булды. Ҡорот менән генә әҫтәт итеп, үҙәк ялғаған әсәһенә ҡарап, Гөлъямалдың йәне өҙгәләнде. “Ашығыс ярҙам” саҡырып, дауаханаға алып барғайны ла әсәһен, табип: “Һеҙ нимә, был йәштә кеше ауырымай буламы? Ҡартлыҡ ғәләмәте, ундай сирлеләрҙе ҡабул итә алмайбыҙ”, – тине дорфа ғына итеп.
– Нисек инде?! Һеҙҙеңсә, етмеште уҙған кеше ярҙамһыҙ ятып үлергә тейешме? – тип, ҡатыраҡ яуап ҡайтарғас, Мәрхәбә инәйҙе анализдар тапшырырға лабораторияға ебәрҙеләр.
– О-о-о! Ҡарсыҡты йыһанға осорорға була әле! Анализдары йәштәрҙекенән былайыраҡ! – тип яһалма шарҡылдап көлдө табип, һөҙөмтәләр яҙылған ҡағыҙ киҫәктәрен Гөлъямалдың танау алдында уйнатып. – Так что, нервылар, нервыла-ар. Өлкән кешегә иғтибар кәрәк, улар бит сабый кеүек. Үпкәләп баралар, ерҙе-юҡҡа рәнйейҙәр...
– Дауаханаға һалып булмаҫмы? Әллә уколдар алһа... шәбәйеп тә китер ине, – тип һорарға мәжбүр булды ҡатынҡай табиптың оҙон тәғәрәккә төшөп киткәнен аңғарып.
Мәрхәбә инәйгә докторҙың һүҙҙәре оҡшап етмәне, әлбиттә. Бәхәс-фәлән ҡуптарырға хәле етмәгәнлектән, шыбырлап тиерлек:
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-04-16/orot-g-lshat-hm-t-uzhina-3730042
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев