Былай ҙа, берәй ҡыр хайуаны айыу - маҙар килеп сыҡмаһын, тип шөрләберәк килгән кешегә ( шөрләрлек шул: иртәгеһенә бесәнгә килһәң, сәй эскән еребеҙҙә урман хужаһы - айыу апа үҙенең эҙен ҡалдырып китә), күҙемдең ҡырыйына, быуа һымаҡ быуылған йылғалағы хәрәкәт сағылды. Йылтыр һыу өҫтөндә балыҡты хәтерләткән , ялтыр ҡойроғон шапылдатып, сөм - ҡара күҙҙәрен миңә төбәп, нимәлер тын ғына йөҙә. Асылған ауыҙымды йомоп та өлгөрмәнем , бер аҙ арҡаһында барғас, ҡаршылағы ярға сығып, ҡағынып алды ла, айыу шикелле алпан - толпан баҫып , ҡыуаҡлыҡҡа инеп юғалды. Күргән мөғжизәгә иҫеп китеп, сыҙамай башлаған атымды етәкләп йылғаға төштөм дә, хайран ҡалдым. Кемдер йылғаны быуып алған. Стеналары шул тиклем тигеҙ, мәте- балсыҡ менән һыланып ҡуйылған, ә төбөнән бер ниндәй ҙә торба күренмәһә лә , урғылып ҡына һыу ағып сыға.
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-04-18/a-ylly-ondo-hik-y-n-z-m-zhitova-3732786
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев