(повесть) Аҙағы. Мөнир Ҡунафин
– Мин улайһа Асетте алып киләйемме? – тәрбиәсе борғолана башланы. – Башҡа сара юҡ, малай алдаша, хатта Сталиндан да ҡурҡмай, йылытайыҡ апаһын. Мин ҡапыл портретты өҫкә күтәрҙем.
– Туҡтағыҙ! – Туп-тура директорҙың күҙенә ҡараным. Һәм бар асыуым менән ҡысҡырырға тотондом. – Һин ысынлап та Берия, һин палач!
Директор тертләп китте. Ағарынды.
– Асет апайыма теймәгеҙ! Сталин бабабыҙ исеменән ант итәм, ул хатты мин барыбыҙға ла һәйбәт булһын өсөн генә яҙғайным. Төрмәгә ултыртыр өсөн түгел…
– Үәт, хәшәрәт, үәт ас бет, күҙле килеш дөм һуҡырҙарҙың икмәген ашап ятҡан паразит. Сталин бабабыҙ изге беҙҙең, – Черчилл битемә сәп итеп һуҡты ла, портретты тартып алды ла сығып китте.
– Башҡаларҙың күҙен асыр өсөн яҙҙым, – тинем уның артынан. Директорҙы тотоп алырлыҡ түгел ине. Черчилл сыҡҡас та ишекте шап итеп япты ла, уға һөйрәп килеп, өҫтәлде терәне. Шунан шап итеп битемә һуҡты ла, ҡулымды шаҡарып карауатҡа алып барып йөҙтүбән һуҙып һалып ҡуйҙы.
– Ғимай, ул һиңә тигән икмәкте ашап ятҡан, шуны беләһеңме? Уның күҙе күрә, хат яҙырлыҡ күҙе күрә, аңлайһыңмы? Кил әле аяғын ныҡ тот әле. Ысҡынмаһын был паразит.
Ғимай өндәшмәй генә аяҡтарҙы килеп баҫты. Мин директорҙың ҡулынан ысҡынырға маташтым. Тик ҡуҙғалырлыҡ та хәл юҡ ине. Аяҡ та тотҡонға эләккәс, бөтөнләй ҡуҙғалырлыҡ әмәл ҡалманы.
Директор сумкаһынан асып бер ҡулы менән бау алды. Тимәк алдан ныҡлап әҙерләнгән был. Ҡулымды артҡа шаҡарып ныҡ итеп бәйләне. Ғимайҙың тауышы сыҡты:
– Уны нишләтәбеҙ, иптәш директор?
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-04-23/bala-tara-andy-myyy-uynat-any-povest-a-a-y-m-nir-unafin-3738573
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев