Юлға һалған. Юл һыҙаттары күренмәй. Алдағы машинаны урап уҙмаҫҡа билдәһе лә юҡ. Туҡтатты бит бер тулы кәүҙәле, тәпәш кенә хеҙмәткәр.Полиция хеҙмәткәре майор Мустафин (фамилияны үҙгәрттем) тип таныштырҙы ла: - Юл ҡағиҙәһен боҙҙоң, яй килгән тағылма таҡҡан машинаны уҙып киттең ти. Мин аптырауға төштөм. Әйҙә машинаға ултыр ти. Совет заманында тәрбиә алған кешеләрбеҙ бит. Ултырҙым. Күпме аҡсаң бар? -ти. Мин әйтәм, мең һум. Бер ҡумта асты ла шунда һал, ти. Һалдым. Бик буйһоноусан булыуым оҡшап ҡалды шикелле.Был ғына әҙ, яза ла һалырға тура килә, ти.- Нимә өсөн?- тим. Уйланыбыраҡ торғас, тиҙлекте арттырған өсөн булыр ти.
- Был ҡарҙа нисек тиҙлек арттырайым тим. Юҡ, яҙа башланы был. - Ҡайҙа эшләйһең? -ти.
Мәсеттә, хәҙрәт, тим.
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-04-24/yaza-y-ki-plan-tultyryu-3741197
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев