Предыдущая публикация
Ниңә генә икән күңел тарта?
Тыуып үҫеп сыҡҡан яҡтарға?
Рәхәт булып китә йәндәремә
Ҡарап торһам Туғым аҡҡанға!
Әллә инде эҙем ҡалды микән?
Сыҡҡан һайын ниҙер эҙләйем?
Бала сағым. йәшлек ҡайтмай ҙа һуң?
Ә мин шуны һаман белмәйем...
Атайымды иҫемә төшөрәмен
Күккә сөйөп,дөйәсүк иткәнен!
Инәйемдең баштарымдан һыйпап
Сикәләтеп сәсем үргәнен...
Күптән ауылымда юк бит инде,
Үлән баҫты өйөм урынын
Йөрәк һаман тарта шул яҡтарға,
Һағындыра Ҡатай урамын!!!
Мәрзиә Мансур ҡыҙы Райманова. 8.06.2020.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев