Яйлап ҡына ерҙе йәмләп яҙҙар килә!
Ҡояш апай көлә!Донъя йоҡоһонан уяна!
Сыйырсыҡтар йырлап,сут-сут итеп һайрап!
Серҙәр һөйләй-һөйләй оя ҡора!
Пар аҡҡоштар Оло күлдә!
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ беҙ ҡайттыҡ тип!
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға!
Суҡыштарын һыулап алып!
Ҡыуанысын күрһәткәндәй,
Һоҡландырып ғорур йөҙә!
Яландарҙы яңы ғына төртөп сыҡҡан йәшел үлән биҙәй!
Ағастарҙа япраҡ бөрәләр!
Болондарҙа иң беренсе!
Тәүге,яҙғы һары сәскә !
Наҙлы ғына умырзыя!
Керфектәрен асыр-асмаҫ,
Оялып ҡына нурын һибеп
Елгә тибрәләй!
Аяҙ күктең зәңгәрлеген!
Тәбиғәттең гүзәллеген!
Сәскәләрҙең хуш еҫтәрен!
Тойам!Күрәм!Һиҙәм!
Йөрәгемдән!Йәндәремдән!
Гөлдәй атып сыҡҡан!!!
Хистәр биҙәктәрен һеҙгә бүләк итәм!!!
Райманова Мәрзиә Мансур ҡыҙының яҙғы шиғыры.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 2