Предыдущая публикация
Бата- ҡалҡа күптән йөҙәбеҙ .
Көслө тулҡындарҙа таш-ҡаяға
Бәрелмәне түгел кәмәбеҙ .
Йәшел утрау булды тыуған йортҡай
Тормош тигән диңгеҙ эсендә.
Һындырҙы беҙҙе ярҙарына
Боҙ-ямғырлы дауыл кискәндә.
Маяҡ булды беҙгә уның уты.
Аҙашманыҡ ҡуйы томанда.
Иң гүзәл ер, иң ҡәҙерле урын
Тыуған йортҡай булды йыһанда .
Әсәйҙәрҙең өгөт -нәсихәте
Ҡыйбыла беҙгә йыраҡ -йыраҡта .
Ғәзиз яҡтың моңло турғайҙары
Һаман һайрай беҙҙең йөрәктә.
Унда ғына бар яралар бөтә .
Унда күңел бәхет кисерә.
Изге йортҡай йәшел утрау булып
Ел-дауылдан беҙҙе йәшерә.
Физәлия Дәүләтгәрәева❤️
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев