Предыдущая публикация
Күкрәк менән ,
Тулҡындарҙы килә яраһы .
Юлы түгел, һуҡмаҡта юҡ ерҙән
Сытырмандар ярып бараһы .
Шундай саҡтар була
Бер кыскырып
Күкрәк тулырып килә йырлайһы.
Аңлай алыр кешең булып янда,
Башты һалып килә илайһы .
Шундый саҡтар була
Бер ни белмәй ,
Сабаһы ла килә, сабаһы.
Йөрәк ярһыуҙарын баҫар өсөн
Булмаҫ кеүек бүтән сараһы .
Шундай саҡтар була -
Кеше ни әйтер, тип,
Уйламайса килә йәшәйһе .
Дауыл булып килә туҙһы ла,
Йәшедәрҙәй килә йәшнәйһе .
Шундай саҡтар була-
Һүҙ әйтмәгеҙ !
Иркәләнһәм йылы елдәргә...
Ғәйеп итмәгеҙсе, әй, дуҫтарым ,
Серем систем инде һеҙҙәргә...
Гүзәлия Исламова.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2