Кеше ғүмере һабын ҡыуығылай , Көтмәгәндә шартлый...юғала .. Юлдарында упҡын осраһа ла, Насарлыҡҡа хис тә юрама. Һәр миҙгелдең ҡәҙерҙәрен белеп, Тик һөйөнөп кәрәк йәшәргә. Ваҡытынан алда китеүселәр , Күңелдәрҙә мәңге йәшәр ҙә . Беркем белмәй ниҙәр көтә алда Яҙмыш юлы илтер ҡайҙарға. Араларҙа асыу ,үпкә икән, Кәрәк уны тиҙерәк яйларға . Х. Асхадуллина.
  • Класс
Тирә- яҡты байҡап , әкрен генә , менеп барам ғүмер үренә . Өҫкә менгән һайын юғарыраҡ , кемдең кем икәне күренә ... Кеше күңелен уйлап үткән ғүмер , ә минекен кем һуң уйлаған ? Фани донъяларҙың заялыгын , мин икәнмен һуңлап аңлаған ... Үҙ баһамды беләм , инде күптән , шаҡымайым бикле күңелде . Һөймәгәнгә хәҙер һөйкәлмәйем , Ялған дуҫтар янда юҡ инде . Үҙ юлым бар , тик үҙемә яҙған , тайпылмайса яҙһын атларға . Һаулыҡ , бәхет , күңел тыныслығы , насип булһын барлыҡ дуҫтарға ! Сәфинә Ҡусҡарова
Йәкшәмбе иртәһе хәйерле булһын дуҫтарым ! Тормошта ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡһа ла , күңел яҡтылығын һүндермәй , йөрәк наҙы, йән йылыһы менән йәшәйек, дуҫтарым, туғандарым, ауылдаштарым ! Матур, тыныс ял көндәре теләп ҡалам !
Һәр гөнаһтың була язаһы. Тәбиғәттә төрлө ағас була, Ҡайһы бере серей эсенән. Тышҡы яҡтан хаҡтар биреп булмай., Көлөп йәшәмәгеҙ кешенән... Мул сәскә атҡан алмағас та, Ҡайһы ваҡыт бирмәй алмаһын. Күҙ йәштәре бик хәтәр ул, Рәнйешенән ҡаса алмаҫһың... ,, Миләш татлы емеш түгел "-тип, Бер ҡайсан да киҫмә ағасын. Асыуланып кеше ҡарғай күрмә, Кире ҡайтыр асы ҡарғышың... Тәбиғәттә төрлө ағас үҫә, Һәр береһенең була дауаһы. ,, Яман килеш рәхәт йәшәйем" - тимә, Һәр гонаһтың була язаһы... З. Бухаров
Хәйерле иртә матур кешеләрем! Сәләмәт булығыҙ.
Йома иртәһе хәйерле булһын , дуҫтарым ! Бөгөнгө көн һәр өйгә шатлыҡ , сафлыҡ , игелек, бәхет алып килһен, яҡындарыбыҙға һәм тирә - йүндәгеләргә мәрхәмәтле булайыҡ, һаулыҡ сәләмәтлек теләйем !
Мин яратам яҙҙың матурлығын, Умырзая сәскә атҡанын. Ҡар һыуҙары менән боҙҙар ярып, Йылғаларҙың ташып аҡҡанын. Мин яратам бар эшемде ташлап, Ҡоштар тауыштарын тыңларға. Яҙғы ҡояш нурын өләшкәндә, Уның йылыһына һыйынырға. Мин яратам бәпкә үләненән, Ялан тәпәй генә атларға. Муйыл, сирен сәскә атҡан саҡта, Һәр таждарын еҫкәп ҡарарға. Мин яратам яҙҙы ,сөнки унда, Минең әсәй тыуған доньяға. Никах көнөбөҙҙә яҙын булды, Әсәй булдым яҙын өс балама. Һәр миҙгел дә матур ,әммә миңә, Яҙ сафлығы ғына иң яҡыны. Унда булған һәр бәхетле көнөм, Күңел түрҙәремдә һаҡлана. Мин яратам яҙҙың матурлығын, Күк сәскәле тауға менергә. Аллаһ япҡан ошо матурлыҡты Балаҫ итеп биҙәп еремә. Фәниә Сың
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын ,ҡәҙерле туғандарым, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем,дуҫтарым! Хәйерле имен иртәләр, хәйерле көндәр насип итһен барыбыҙға ла ! Һеҙҙе ысын күңелемдән оло байрамыбыҙ менән ҡотлайым !Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн тотҡан ураҙаларыбыҙ . биргән саҙаҡаларыбыҙ ҡабул булһын. Ураҙа байрамы һәр кемгә көс-ҡеүәт . илаһам, һаулыҡ -сәләмәтлек, сабырлыҡ өҫтәһен, игелекле ғәмәлдәргә һәм эштәргә әйләһен, һәр йортҡа,һәр ғаиләгә шатлыҡ -ҡыуаныстар һәм яҡты өмөттәр алып килһен !.Ураҙа Байрамы Ҡотло Булһын дин ҡәрҙәштәр !
Шундай саҡтар була Күкрәк менән , Тулҡындарҙы килә яраһы . Юлы түгел, һуҡмаҡта юҡ ерҙән Сытырмандар ярып бараһы . Шундай саҡтар була Бер кыскырып Күкрәк тулырып килә йырлайһы. Аңлай алыр кешең булып янда, Башты һалып килә илайһы . Шундый саҡтар була Бер ни белмәй , Сабаһы ла килә, сабаһы. Йөрәк ярһыуҙарын баҫар өсөн Булмаҫ кеүек бүтән сараһы . Шундай саҡтар була - Кеше ни әйтер, тип, Уйламайса килә йәшәйһе . Дауыл булып килә туҙһы ла, Йәшедәрҙәй килә йәшнәйһе . Шундай саҡтар була- Һүҙ әйтмәгеҙ ! Иркәләнһәм йылы елдәргә... Ғәйеп итмәгеҙсе, әй, дуҫтарым , Серем систем инде һеҙҙәргә... Гүзәлия Исламова.
  • Класс
Показать ещё