Предыдущая публикация
Һеҙҙең өсөн!
Танылыу Ҡарамышева.
Мин - ҡатын-ҡыҙ: йорттоң ҡото,
Янып торған усағы,
Итәге үә етәге,
Уңдырышлы тупрағы.
Мин - ҡатын-ҡыҙ: йорт йөрәге,
Һиҙгер, нескә тойғоһо,
Бәйелде үҙ урынына
Ултыртыр урындығы.
Мин - ҡатын-ҡыҙ: йорт терәге,
Тотҡаһын тотҡан усы,
Аҡылдың еңеренә
Ҡаҡшамаҫ ышанысы.
Мин - ҡатын-ҡыҙ: йорт сырағы,
Һүнмәгән намыҫылыр,
Ер бишеген бәүелткән
Байымаҫ ҡояшылыр.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3