Не бла - бла . Мододец , Аугуль ! Наши овации !
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4
Хәҙерге көндә Лондонда йәшәгән яҡташыбыҙ, опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанға артисы Айгөл Әхмәтшина оркестр менән башҡорт халыҡ йыры «Һандуғас»ты яҙҙырған. Айгөл йырҙы итальян дирижеры Даниэле Рустиони етәкселегендәге Король филармония оркестры (Бөйөк Британия дәүләт оркестры) менән бергә эшләгән.
«The nightingale» яҙмаһының башҡортса бер өлөшөн йырсының рәсми сайтында тыңларға мөмкин. Диск быйыл сығырға тейеш.
Айгөл Әхмәтшина –Башҡортостандың Ҡырғыҙ- Миәкә ауылында тыуып үҫкән. Өфө сәнғәт училишеһын тамамлаған. Яҡташыбыҙ билдәле Decca Classic донья классик музыка лейблының эксклюзив артисы. Һуңғы 30 йылда ул контракт төҙөгән тәүге меццо –сопрано.
Айгөл Әхмәтшинаның сәнәғәткә юлы башҡорт халыҡ йырҙарынан башланған. «Һандуғас» – тарихымдың, мәҙәниәтемдең символы, ти ул.