Татлы  ауылы  ҡайҙа,  тиҙәр Бармы  күле, тауҙары?! Йә  булмаһа  яҡын  уға Ҡайһы  йылға  ярҙары?! Көмөш  һыулы, саф  шишмәһе Бар  Татлы  ауылының. Бер йотомдан  тойорһоң, Һыуһының  ҡаныуҙарын. Тоҡанбаш  тип  атағандар Беҙҙең  ата- бабалар. Ситтә  йөрөгән  ауылдаштар Һыуын  һағынып  ҡайталар. Ә тауҙары һуң--ауылымдың, Ниндәй  ғорур, һәм  бейек. Зәңгәр  күккә,  болоттарға Түбәһе  тора  тейеп. Ҡымыҙлыҡ  йыйырға  тип Йә  ҡаҙырға  һарына. Кемдәр  генә  менмәгән  һуң Дүнәнһуйған  тауына. Йәмле  Ҡорғоҙо  буйҙарын Бәләтүр, Әңғәҫтәкте Йөрәгендә  кем  һаҡламай Тыуған  ауылы  Илмәште. Осрашайыҡ,  күрешәйек Табылһын  саралары. Хәтирәләрҙе  барлайыҡ, Беҙ бит,  бер ауыл  балалары!      Зөлфирә  Галее
Ҙур өйөңдөң ниңә  кәрәге бар?! Шат  тауыштар яңғырап тормағас. Сәбәп табыпта, хәл белешеп Туғандарың  килеп  тулмағас. Ҙур өйөңдөң  ниңә  кәрәге  бар?! Күрше-күлән  инеп йөрөмәгәс. Ни эш ҡыйратаһың,тип сөкөрҙәшеп, Сәй эсмәгәс  ултырып, бер тәгәс. Ҙур  өйөңдөң  ниңә кәрәге  бар?! Күңелеңдә  урын  тар  булғас. Бер кем  килеп  ишек ҡағыр  тимә, Ел  шаярыр бары, бәреп ҡыу ағас.               Зөлфирә Галеева.
ҺУҢЛАП КИЛДЕ... Һуңлап килде миңә мөхәббәтем Һуңланылар йәшлек яҙҙарым. Мауығыуҙар ҡайсаҡ һөйөү булып, Албырғатты күңел наҙҙарын. Ләкин улар сағыу сәскәләрҙәй, Һулынылар көҙғө ҡырауҙа. Ысын һөйөүҙәрем йәшнәп-күкрәп Килде ҡышын, һуңлап бер аҙға Тәҙрәм сиртте йөрәк түрҙәремдә, Һайратыпта былбыл ҡошсоғо. Быға тикле ойоп ҡына ятҡан, Зыр өйөртөп күңел орсоғон. Яҙғы ҡояш уйнай күңелемдә Тирбәлдереп йөрәк ҡылдарын Ҡышҡы селлә, ҡорос күпер ҡайҙа, Тоташтырып һөйөү ярҙарын. Фрай Гәли.
Күтәрегеҙ бокал тулыһын! Сабырһыҙланма күккә ашҡынып Тормоштағы төрлө уйҙарҙан. Алға ынтыл һин,тик ебеп төшмә, Көс алып мәңгелек йырҙарҙан! Йыйылғанда һеҙ табын тирәләй, Күтәрегеҙ бокал тулыһын! Ҡушылып шул саҡ һеҙҙең йырҙарға, Бокалдарҙа шарап йырлаһын... Фрай- Ғәли.
Показать ещё