Предыдущая публикация
Таңһылыу Ҡарамышеваға
Беҙҙең Таңһылыу апа
Кәзәне ҡыуып тота,
Һәтигәс йығып һала,
Баҡыртып тарап ала.
Дебетен ҡыллай һала –
Күрәң, енен сығара.
Ары тетмәһен тетә,
Баҫманиһә Һәтитә!
Гүйә, бесән күбәләй,
Кәбән ҡоя дөйәләй.
Инде һәҙер аялай,
Баҫмай ул былай-алай!
“Заһита”ны ул данлай
Рәшиҙә Туйсиналай!
Тәҫләп кенә, ҡәҙерләп,
Өйөп ҡуя мамыҡты –
Әйтерһең дә, мейестә
Ағикмәк бешеп сыҡты.
Һәҙер ул дебет иләй –
Әллә-лилә, лә-лилә,
Орсоҡ етеҙ әйләнә
“Ете ҡыҙ” бейеүенә!
Ял белмәй Һылыу апа,
Һәҙер инде сирата,
Түгел һис ул сирота! –
Шағирәнең һүҙенә,
Аҡылы-зиһененә
Бары халыҡ һөйөнә,
Һөйөнә лә, көйөнә,
Дөрөҫлөккә баш эйә!
Шеш.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев