Журнал бик һутлы булған “Ағиҙел” журналының февраль һаны йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы Журналдың һуңғы битен япҡас, нисектер күңелем, хатта донъям бушап ҡалғандай булды. Нимәлер етмәгәндәй. Эйе, етмәне. Әҙ тойолдо. “Ағиҙел” журналының 2024 йылдағы февраль һаны шул тиклем дә матур тупланған, унда баҫтырылған һәр әҫәр үҙенә ылыҡтырып-тартып тора, улай ғына ла түгел, береһен уҡып та бөтмәйһең, башҡалары һине унан йолоп ала. Мин дә әҙер инем. Һәр әҫәрҙең эсенә, ваҡиғаһына, уй-фекеренә, хис-һүрәтләнештәренә, тел-лөғәтенә, художестволы образдар, биҙәктәренә, ғөмүмән, әҙиптәр тәҡдим иткән донъяға башым менән сумырға. Сумдым. Кинәнеп йөҙҙөм дә, шатланып-һемереп эстем дә. Мин ғалим да, тел-әҙәбиәт
“Ағиҙел” журналының 3-сө һанына күҙәтеү Журналдың март һаны яҙғы гөлләмәләй сағыу һәм яғымлы. Әҫәрҙәр менән рәттән, авторҙарға төрлө һорауҙар бирелеүе, ҡыҫҡа әңгәмәләрҙең урын алыуы был һандың үҙенсәлеген билдәләй. Яҙыусы Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың “Мәскәү ҡыҙы” романының дауамы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның “Мәрт” хикәйәһе, Башҡортостанда тыуып үҫкән сыуаш яҙыусыһы Дина Гаврилованың “Ҡала” ҡыҙының кейәүгә сығыуы” әҫәрҙәренең һәр береһе геройҙары, стиле менән күңелде арбай. Ошо һандан башлап, “Ағиҙел” журналы яңы әҙәби конкурс иғлан итә. “Яҙыусы Фәниҙә Исхаҡова премияһына фантастик әҫәрҙәргә конкурс” рубрикаһында тәүге ҡарлуғас – билдәле прозаик Фәрзәнә Аҡбулатованың “Аҡыл
Сәғит АГИШ Әбей һәм көҙгө. Хикәйә Миңә бер әбей үҙ тормошонан, дөрөҫөрәге, үҙенең йәшлегенән ҡыҙыҡ ҡына бер ваҡиға һөйләне. Бәлки, уны ваҡиға тип тә әйтергә ярамайҙыр әле. – Мин үҙемдең йөҙөмдө тик егерме йәшемдә генә күрҙем, – тине ул. Миңә был бик сәйер тойолдо. Күп кенә кешеләрҙән, яҡшы китап уҡығас, театр, кино ҡарағас, «мин бөгөн үҙемде күрҙем» тигәнде ишеткәнем бар. Был әбей менән дә шулай булдымы икән? тип уйлағайным да, улай булып сыҡманы. Сөнки ул театр һәм киноны беренсе тапҡыр ҡырҡ йәшендә генә күргән. Унда ла үҙенә оҡшаған, уның тормош юлын, кисерештәрен һөйләгән әҫәрҙәргә тап булмаған. Ә инде әҙәби әҫәрҙәрҙе бер ҙә уҡымаған. Шуға күрә мин, үҙемдең аптырауыма яуап алыр өсөн, би
Мәхмүт Сәлимов Әҙәбиәткә илткән юл Бер ваҡытта ла яҙыусы булырға хыялланманым, һәр саҡ офицер булырға, тыуған илемә хеҙмәт итергә теләнем. В. И. Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияға уҡырға ингәс, физиктан лирикка әйләнеп киттем. Яҙмышымдың бындай боролош алыуына хәҙер һис кенә лә үкенмәйем, бәлки, шул арҡала ла яҙыша башлағанмындыр. Әҙәбиәткә өлгөрөп етеп килдем, тиергә мөмкин. Ә ижад сығанағым, моғайын да, бала сағыма, туған тәбиғәтемә, крәҫтиән хеҙмәтенә барып тоташалыр. Әсәйем дә ҡул эше менән булышҡанда ла шым ғына ултырманы, беҙгә әллә күпме әкиәттәр һөйләй торғайны.
Рәшит Назаров Мин һалдатмын Мин һалдатмын. Мин һаҡтамын. Һаҡта! Минең менән - Халҡым, Илем, Ер. Кемдер үтер минең посым аша – Миңәме ни һуң был барыбер?! Һаҡлайыммы ни Мәңгелекте, Киләсәктең ғорур ишеген?! Посым аша - бәхет, ал таң үтһен, Кешелеге үтһен кешенең. Оло йөрәк, керһеҙ һөйөү үтһен, Нәфрәт үтһен, нәфрәт ваҡлыҡҡа. Сәскә тотҡан сабый! Үт, һөйөклөм! Һинең өнөң һәр саҡ - шатлыҡҡа! Ярыш үтһен, күкрәп - шаулап уҙһын, Мәңгелеккә бөркөп сафлығын. Хеҙмәт уҙһын, мәңге хужа булһын! Аҡ күгәрсен осһон талпынып...  
“Ағиҙел” журналының ғинуар һанына күҙәтеү Журналдың ғинуар һанында уҡыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мар. Сәлим йылмайып-көлөп ҡаршы ала. Билдәле сатириктың тормошо һәм ижады хаҡындағы үҙенең мәҡәләһе лә бик мауыҡтырғыс. “Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың “Антоновка еҫе” тигән повесы менән танышырға мөмкин. Әйткәндәй, яҙыусының был тәүге күләмле проза әҫәре. Шулай уҡ күренекле әҙибә Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың бик мауыҡтырғыс сюжетлы “Мәскәү ҡыҙы” романы ла тәҡдим ителә. Шағирәләр Гөлназ Ҡотоева, Зилә Ғәлләмова иһә серле шиғриәт донъяһына саҡыра. Филология фәндәре кандидаты, ғалимә Гөлнара Абдрафиҡова-Ғарипованың мәҡәләһе бөйөк мәғрифәтсе Риз
Писатели из Челябинска стали лауреатами ведущих изданий Башкортостана В рамках торжественного награждения в Доме печати Республики Башкортостан 2 башкирских писателя, проживающих в Челябинской области, стали лауреатами журнала «Ватандаш» и газеты «Башкортостан». Об этом рассказала министр внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Республики Башкортостан Маргарита Болычева.
Бишек йырының көсө. Лена Шәйәхмәтова Юҡ мин ышанмайым, улымдың кәүҙәһен күрмәйенсә ышанмайым. Нисек инде кеше хәбәрһеҙ юғала, ул бит бесәй балаһы түгел, тип түгелеп иланы Рәсимә бөгөн военкоматтан звонить иткәс.
Өй эйәһе бармы ул? Тәнзилә Кейекбирҙина Донъяла беҙ белмәгән серҙәр күп. Параллель тормош барлығын да раҫлайҙар, күптәр өй эйәһе булыуына ла ышана.
Показать ещё