Предыдущая публикация
Журналдың март һаны яҙғы гөлләмәләй сағыу һәм яғымлы.
Әҫәрҙәр менән рәттән, авторҙарға төрлө һорауҙар бирелеүе, ҡыҫҡа әңгәмәләрҙең урын алыуы был һандың үҙенсәлеген билдәләй.
Яҙыусы Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың “Мәскәү ҡыҙы” романының дауамы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның “Мәрт” хикәйәһе, Башҡортостанда тыуып үҫкән сыуаш яҙыусыһы Дина Гаврилованың “Ҡала” ҡыҙының кейәүгә сығыуы” әҫәрҙәренең һәр береһе геройҙары, стиле менән күңелде арбай.
Ошо һандан башлап, “Ағиҙел” журналы яңы әҙәби конкурс иғлан итә. “Яҙыусы Фәниҙә Исхаҡова премияһына фантастик әҫәрҙәргә конкурс” рубрикаһында тәүге ҡарлуғас – билдәле прозаик Фәрзәнә Аҡбулатованың “Аҡыл алышы” фэнтезиһы.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев