Хикәйә
Миңә бер әбей үҙ тормошонан, дөрөҫөрәге, үҙенең йәшлегенән ҡыҙыҡ ҡына бер ваҡиға һөйләне. Бәлки, уны ваҡиға тип тә әйтергә ярамайҙыр әле.
– Мин үҙемдең йөҙөмдө тик егерме йәшемдә генә күрҙем, – тине ул. Миңә был бик сәйер тойолдо. Күп кенә кешеләрҙән, яҡшы китап уҡығас, театр, кино ҡарағас, «мин бөгөн үҙемде күрҙем» тигәнде ишеткәнем бар. Был әбей менән дә шулай булдымы икән? тип уйлағайным да, улай булып сыҡманы. Сөнки ул театр һәм киноны беренсе тапҡыр ҡырҡ йәшендә генә күргән. Унда ла үҙенә оҡшаған, уның тормош юлын, кисерештәрен һөйләгән әҫәрҙәргә тап булмаған. Ә инде әҙәби әҫәрҙәрҙе бер ҙә уҡымаған. Шуға күрә мин, үҙемдең аптырауыма яуап алыр өсөн, бик ҡыҙыҡһынып:
– Нисек ул улай? – тинем... Әбей миңә бөгөнгө кешеләр, бигерәк тә йәштәрҙе һис бер ышандырырлыҡ булмаған ваҡиға һөйләне.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев