“Ағиҙел” журналының февраль һаны йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы
Журналдың һуңғы битен япҡас, нисектер күңелем, хатта донъям бушап ҡалғандай булды. Нимәлер етмәгәндәй. Эйе, етмәне. Әҙ тойолдо. “Ағиҙел” журналының 2024 йылдағы февраль һаны шул тиклем дә матур тупланған, унда баҫтырылған һәр әҫәр үҙенә ылыҡтырып-тартып тора, улай ғына ла түгел, береһен уҡып та бөтмәйһең, башҡалары һине унан йолоп ала. Мин дә әҙер инем. Һәр әҫәрҙең эсенә, ваҡиғаһына, уй-фекеренә, хис-һүрәтләнештәренә, тел-лөғәтенә, художестволы образдар, биҙәктәренә, ғөмүмән, әҙиптәр тәҡдим иткән донъяға башым менән сумырға. Сумдым. Кинәнеп йөҙҙөм дә, шатланып-һемереп эстем дә. Мин ғалим да, тел-әҙәбиәт белгесе лә түгел, бары тик уҡыусы ғына. Әҙерлекле, һүҙ сәнғәтен аңлаған әҙәбиәт һөйөүсе. Шуға ла ғилми-фәнни анализлау ҙа, тикшеренеү ҙә юҡ был яҙмала. Үҙемдең аңлауым, һиҙемләүем, зауығым, ҡайһы бер ерендә баһамдыр ҙа…
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев