Кисәге үҙ хужалығын уңышлы һәм аҡыллы алып барған тырыш, татыу игенселәр ғаиләһе йәшәгән, ә иртән улар бөтә нәмәһен юғалтҡан: мөлкәтен генә түгел, ә кешеләрҙең ярҙамсыллығына, аҡыл менән эш итеүенә һәм һәлмәк кенә аҡҡан донъя көтөү мөмкинлегенә ышанысын, өмөтөн юғалтҡан.
XVII-XVIII быуаттарҙан, революцияға тиклем йәшәп килгән Түбәләҫ һәм Ҡалмаҡҡол улустарынан да байтаҡ ғаиләләр шундай һәләкәткә дусар ителгән:
- Илсекәй ауылынан
Ҡорбанғәлиев (Ғәйнетдинов) Хисаметдин Ғәйнетдин улы, 1865 йылғы, башҡорт, партияһыҙ, башланғыс белемле, яңғыҙаҡ хужалыҡлы (единоличник), 1929 йылдың 19 октябрендә ҡулға алынған, 1989 йылдың 23 октябрендә аҡланған («Книга памяти жертв политических репрессий РБ»).
Борон, 1830-се йылдарҙа, 49 йәшлек Ҡорманғәли Тимерәков, «элекке, ә хәҙер вазифаһынан төшөрөлгән указлы ахун», 1832 йылда Урмансы ауылынан Илсекәй ауылына күсерелгән.
1834 йылғы рәүиз (йәниҫәп) мәғлүмәте буйынса:
Ҡорманғәли Тимерәков 52 йәштә. Ике ҡатыны, Мәхүпъямал һәм Сәхипъямал. 1-се ҡатынынан өс улы: Ғәйнетдин — 18 йәштә, Бәхтейәр — 15 йәштә, Мөхтәр — 9 йәштә. Ҡыҙҙары: Ғәрифә — 13 йәштә, Ғәфифә - 8 йәштә, Хәбибә - 3 айлыҡ.
2-се ҡатынынан: ҡыҙҙары Гөлйыһан — 14 йәштә, Фәрхизә — 6 йәштә.
1859 йылдың 2 июлендә үткән рәүиз (йәниҫәп) буйынса:
Ҡорбанғәли Тимерәков — 78 йәштә, өлкән улы 1) Ғәйнетдин — 44 йәштә (1815), 2) Бәхтейәр — 40 йәштә (1819), 3) Мөхтәр — 34 йәштә (1825).
Ғәйнетдиндең ҡатыны — Бәлхизә Сәғәҙиева. Ғәйнетдиндең вафат булған ҡатынынан тыуған улы — Бәҙретдин — 11 йәш (16.11. 1847), Бәлхиздән — Хисаметдин — 2 йәш тә 2 айлыҡ (20.05. 1857).
Ҡорбанғәлиҙең 2-се улы: Бәхтейәр. Бәхтейәрҙең ҡатыны — Хәлиҙә Ғәлиәкбәрова.
Бәхтейәрҙең балалары: өлкән ҡыҙы Бәҙрисафа — 15 йәштә, улдары: Таяр — 12 йәштә (15.01. 1846), Әхмәтйәр — 6 йәш тә 8 айлыҡ (20.04. 1851), Хәсән — 4 йәштә (12.11. 1854), Вәлийәр — 1 йәш тә 3 айлыҡ (5.11. 1857).
Ҡорбанғәлиҙең 3-сө улы: Мөхтәр — 34 йәштә (1825). Мөхтәрҙең ҡатыны — Көмөшбикә Аҡҡошова — 27 йәштә (1832), ҡыҙы Дәүләтбикә — 1 йәштә.
Әйтер кәрәк, 1850 йылда Илсекәй Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе 4-се Загорск командаһы 5-се Башҡорт кантонының 2-се йорто составында булған.
1859 йылда Илсекәй Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе 8-се Башҡорт кантонының 7-се йортона (элекке 5-се кантон, 2-се йорт) ингән.
Хисаметдин Ғәйнетдинов Ғәйнетдиндең 2-се ҡатыны Бәлхизә Сәғәҙиеванан тыуған.
Хисаметдиндең бер туғандары: 2) Хөснулла, 3) Фәйзулла һәм һеңлеһе Сәмсиҡәмәр.
Ғәйнетдинов Хисаметдин Ғәйнетдин улы, ғаиләһе менән БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡол улусы Илсекәй ауылында йәшәгән. ОГПУ Коллегияһының Махсус Кәңәшмәһе ҡарары менән РСФСР Енәйәт кодексының 58-10 статьяһы буйынса Төньяҡ крайға 3 йылға һөргөнгә ебәрелә, һәм унан әйләнеп ҡайтмай.
* Шуны билдәләп үтергә кәрәк, «Книга памяти жертв политических репрессий РБ» - «БР сәйәси репрессиялар ҡорбандары иҫтәлеге Китабы»нда ул 1865 йылда тыуған, тип яҙылһа ла, ысынында иһә, 1859 йылғы рәүиз материалдары буйынса, Хисаметдиндың 1857 йылдың 20 майында тыуыуы тураһында яҙылған. Тимәк, уға ғәмәлдә 72 йәш булған.
Златоуст өйәҙе Ҡалмаҡҡол улусы Илсекәй ауылы буйынса 1917 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы Һәм ер иҫәбен алыу (июль айы) Йорт карточкаларына мөрәжәғәт итәйек (* Башҡортостан Республикаһының Милли архивы, 437-се Фонд, 1-се опись, 3262-се эш).
57. Ғәйнетдинов Хисаметдин, аҫаба, хужалығында 39 баш мал.
Хужаға — 52 йәш (1857 әллә 1865 ?), ҡатыны — 42 йәш (1875)
улдары: 1) улы — 27 йәш (1890), 2) улы — 22 йәш (1895) Сәмсетдин, 3) улы — 18 йәш (1899) Хәйервара, 4) улы — 16 йәш (1901) Габиҙулла, 5) улы — 13 йәш (1904) Шайкамал, 6) улы — 11 йәш (1906) Мөхәмәт, 7) улы — 9 йәш (1908) Һаҙый, 8) ҡыҙы — 6 йәш (1911) Ғөррә 9) ҡыҙы — 4 йәш (1913) Фәйхүнә, 10) улы — 2 йәш (1915).
* 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу исемлегендә кешеләрҙең исемдәре аныҡ яҙылмаған. Шуға күрә үрҙә теркәлгән исемдәр йәше буйынса яҙылған, тип фаразлағыҙ. Улдары тип ейәндәрен дә күрһәтеүҙәре ихтимал.
1929 йылда Хисаметдин мулланың түбәндәге мөлкәте тартып алынған:
1. Бүрәнә торлаҡ йорт 10х10
2. Бүрәнә магазин бинаһы 5х7
3. Ашлыҡ һаҡлау келәттәре 5х6 (2 бина),
4. Аттар — 5 баш,
5. Һыйыр малы — 5 баш,
6. Һарыҡтар — 10 баш,
7. Бал ҡорто — 15 умарта,
8. Һуҡҡыс (молотилка),
9. Урғыс (жнейка)
10. Сапҡыс (косилка).
Конфискация уҙғарыу мәлендә ғаиләлә:
Ҡатыны — Сәхипъямал.
Балалары: Шәмсетдин (1896)
Хайервара (1900)
Ғабиҙулла (1902)
Шайкамал (1904)
Мөхәмәт (1906), Һаҙый (1908 й. әллә 1913 й. — ?)
Ғөррә (1911)
Фәйхүнә (1913) булған.
Салауат районы Сүрәкәй ауылында йәшәгән Хисаметдин улы Мөхәмәттең ҡыҙы, йәки Хисаметдиндың ейәнсәре, Рәфҡәнә апай (1931) 2007 йылда урындағы крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина Миңсылыу Фәйзрахман ҡыҙына Хисаметдин мулланың өлкән улдары - Шәмсетдин, Хәйервара һәм Ғабиҙулла Урта Азия яҡтарына ҡасып киткәнлеге һәм шул юл менән ҡотолоуҙары тураһында һөйләгәйне.
Хисаметдин мулла оҙатылған Төньяҡ край РСФСР-ҙың Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1929 йылдың 14 ғинуарындағы Постановлениеһы нигеҙендә ойошторола. Уның составына Архангельск, Вологда, Төньяҡ-Двина губерналары һәм Коми автономиялы өлкәһе ингән. Крайҙың үҙәге - Архангельск-2 ҡалаһы була. 1930 йылда Төньяҡ край кулак мөһөрө тағып хөкөм ителгән ғаиләләрҙең иң ҙур махсус тораҡтар (спецпоселение) төбәге була (74 мең кеше). 206 мең махсус күскенсегә 1360 барак төҙөү планлаштырылған була. Махсус ауылдарға күсерелгәндәрҙең хеҙмәтен ағас әҙерләүҙә һәм һал менән ағыҙыуҙа, ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеүҙә, һаҙлыҡ урындарҙы киптереүҙә (мелиорация), төҙөлөштә, урман химияһы һәм балыҡ тотоу, йәнлек һунарсылығы кәсептәрендә, юл төҙөлөшөндә ҡулланғандар.
(www. vestarchive.ru/ issledovaniia/ 702---n-.html Из истории спецпосёлков в Северном крае).
1931 йылда Сәхипъямал оҫтабикәне, кинйә улы Һаҙый менән, Черемхов яҡтарына һөрәләр. Әммә улар был хәлдән нисек тә сыға алған булырға тейеш. Ололар һөйләүенсә, элекке ихтирам ителгән өлкән йәштәге ҡатын хәсрәтле ярлылыҡта йәшәй, өмөтһөҙлөк упҡынын йырып сыға алмай, аҡылынан яҙа.
Хисаметдиндың ике улы һәм ике ейәне Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында башын һала. Уларҙың ғаиләһенә ҡарата үгәй әсәйгә әйләнгән Ватаны өсөн барған хәл иткес һуғышта һәләк була.
Бөтә ил буйынса репрессияға дусар ителгән ғаиләләр миллионлаған, ә Башҡортостан буйынса — 50 мең кеше. Уларға мәңгелек иҫтәлек!
Ҡорбанғәлиев Шәмсетдин Хисаметдин улы, 1896 йылғы, рядовой, уҡсы, 1943 йылдың 13 авгусында һәләк була. Смоленск өлкәһе, Киров районы, Кушляковка ауылында ерләнгән
Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улы, 1904 йылғы, 624-се уҡсылар полкы, рядовой, уҡсы. 1942 гйылдың 31 октябрендә һәләк була. Орёл өлкәһе, Новосильский районының, Малые Пруды ауылында ерләнгән.
Ҡорбанғәлиев Мәхмүт Вара улы, 1922 йылғы, рядовой, 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала.
Ҡорбанғәлиев Хәлит Шамсетдин улы, 1924 йылғы, ефрейтор, 1944 йылдың 3 ноябрендә батырҙарса һәләк була. Белоруссияның Пинск ҡалаһы янында ерләнгән. Сапёр, минёр була. Дошмандың 3 меңгә яҡын минаһын зарарһыҙландыра. Шул миналарҙың береһенең шартлауы арҡаһында һәләк була. РУВИКИ проектының Башҡорт Википедияһында — Ҡорбанғәлиев Хәлит Шәмсетдин улы тигән мәҡәлә бар.
«Йүрүҙән» гәзитенең 1999 йылдың 21 июледә сыҡҡан 58-се һанында Ғафаров Хатмулла Абдулла улы «Йылдар һәм кешеләр» тигән мәҡәләһендә Хәлит һ. б. дуҫтары тураһында йылы иҫтәлектәрен сағылдырған.
Илебеҙгә оло Еңеү яулап ҡайтҡан Ҡорбанғәлиевтар:
1. Ҡорбанғәлиев Мөхәмәт Хисаметдин улы (1906-1960). Ҡатыны Рәҡиә Ғирфан ҡыҙы менән 8 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр:
Раһип, Акрам, Рәфҡәнә, Зәфирә, Рәшит, Рият, Мөғәллимә (сәхнә исеме — Рәфиҙә (1944-1984), Ғәлимә.
* Ҡорбанғәлиева Рәфиҙә башҡарыуындағы йырҙар БР Башҡортостан Дәүләт ТРК-һы фондтарында («Таштуғай») һаҡлана.
2.Ҡорбанғәлиев Һаҙый Хисаметдин улы, 1913 (1908?) йылғы. «Улар Еңеү менән ҡайтты» китабында рядовой Ҡорбанғәлиев Һаҙый 1942 йылда хәрби хеҙмәттән бушатыла, тип яҙылған. Һуғышҡа тиклем Һунбыҡ (Гунбык) нәҫеле Фәхретдинов Харис Фәхретдин улының ҡыҙы Сабираға өйләнгән була.
Харистың башҡа балалары: Фәрзәнә, Әүәл, Хөппөниса (Мөрсәлимдә йәшәүсе Нурия апай Ғәзимованың әсәһе).
Һаҙый менән Сабиранан Нәжибә исемле ҡыҙ тыуа.
Нәжибәнең ҡыҙы - Фәрхитова Зифа Мәғзүм ҡыҙы әлеге ваҡытта Мөрсәлим урта мәктәбендә тарих уҡыта.
* Әүәл Ҡарағол ауылы ҡыҙы Мәҙинәгә өйләнгән була, уларҙың ҡыҙы Нәзирә әлеге ваҡытта Баҡал ҡалаһында йәшәй. Әүәл Фәхретдинов Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.
* Ҡорбанғәлиев Һаҙый Фәссәхетдинова Миңдевафа Фәссәх ҡыҙына өйләнгән (Миңдевафаның ире Ишморатов Ибәтулла 1941 йылдың көҙөндә һәләк була).
Һаҙый Ҡорбанғәлиев уҡытыусы Мәхтүмә Мирсәйет ҡыҙына өйләнә (Мәхтүмә БАССР-ҙың Краснокама районы Күпербаш ауылында тыуған). Уларҙың балалары: Наил (1948), Наилә (1950), Флорит (1954-1971), Флорида (1956), Шамил (1959), Рита (1961), Ришат (1964)
* Шулай уҡ Ҡорбанғәлиев Һаҙыйҙың Илсекәй ауылы Рәйфә Әбдрафиҡ ҡыҙы Ғафарованан Рәүеф исемле (1952) улы ла бар.
* Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтдин Шамсетдин улы, 1916 йылғы, Хәлиттең өлкән ағаһы. Мәхәмәтдиндең (Бәттин) тәүге ҡатыны Вәлиева Рәхбәрә Рәхимғол ҡыҙынан Дарвин исемле улы тыуа.
Мөхәмәтдин ҡатыны Фатима менән 8 бала тәрбиәләп үҫтерә.
2015 йылда крайҙы өйрәнеүсе Фәссәхов Ә.Ф. һәм Абдуллина М. Ф. авторлығында сыҡҡан «Воины-односельчане» китабында Ҡорбанғәлиев Һаҙый (15-се бит) һәм Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтдин (20-се бит) тураһында мәҡәләләр бар.
Ғәлиев Лут Ғабиҙулла улы, 1923 йылғы. «Хәтер» китабында Ҡорбанғәлиев Лотфулла 1943 йылда һәләк булған тип яҙылған.
Баҡтиһәң, ул һуғыштан иҫән әйләнеп ҡайтҡан, БАССР-ҙың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән, ғаилә ҡорған. Хәҙерге акөндә улы Риф (1953) Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы янындағы бер ауылда йәшәй.
Әммә Лут Ғәлиев үҙе иртә, улы Риф сабый сағында уҡ, донъя ҡуйған.
Был хаҡта Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән ейәнсәре Альбина Риф ҡыҙы хәбәр итте. Ғәлиев Лут Ғабиҙулла улы тураһында «Халыҡ хәтере» сайтында материал табырға мөмкин.
Ҡорбанғәлиев Закуан Шәмсетдин улы (18.01. 1926-2002) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Званиелары: өлкән сержант, өлкән лейтенант. 21-се армияның 229-сы уҡсылар дивизияһы, 804-се уҡсылар полкында хеҙмәт иткән. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск ҡалаһында йәшәгән. Мәктәп директоры, уҡытыусы булып эшләгән. Уның Ләбиб исемле һ.б. туғандары була. «Халыҡ хәтере» сайтында Закуан Ҡорбанғәлиев тураһында материал табырға мөмкин.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев