Предыдущая публикация
Һарун быуай тураһында Башҡорт Википедияһына яҙған мәҡәләне https://ba.wikipedia.org/wiki/Фәхретдинов_Һарун_Исмәғил_улы Память народа сайты мәғлүмәттәренә таянып яҙғайным https://ba.ruwiki.ru/wiki/Проект:Двуязычность/_Фахретдинов_Харун_Исмагилович
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2
1942 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ы Салауат район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына хеҙмәткә саҡыра.
Рядовой ҡыҙылармеец Һарун Фәхретдинов 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың авгусына тиклем 212-се уҡсылар дивизияһының һуғыш тамамланған ваҡытҡа Кобрин Ҡыҙыл Байраҡ Суворов орденлы тип аталасаҡ 669-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә[3].
1943 йылда яралана, Әрмәнстанда госпиталдә дауалана[4].
«Халыҡ хәтере» сайтындағы мәғлүмәттән сығып, Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы 1945 йылдың 1 ғинуарынан тағы хәрби хеҙмәткә саҡырылған һәм 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем запас яугир булып торған тигән фараз барлыҡҡа килә