💯Йыйырсыҡтарға ҡаршы – крахмал💯
💥Картуф йә кукуруз крахмалынан эшләнгән маскалар йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итер.
⭕Матурлыҡ өсөн яһалған уколдарҙан айырмалы булараҡ крахмалдың тирегә бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.
🌺Бер нисә еңел генә рецепт:
📌1 ҡалаҡ крахмалды йылы һыуҙа ебетергә, шуға туҡылған бер йомортҡа ағы һәм бер нисә тамсы лимон согы ҡушырға.
📌1 сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 аш ҡалағы крахмалды йылы һөттә бутҡа хәленә еткәнсе туҡырға, 1 сәй ҡалағы бал өҫтәргә.
📌Бер ҡалаҡ крахмалды шул уҡ күләмдә кефирҙа болғатырға, бер йомортҡа ағы ҡушырға.Был маска йыйырсыҡтарҙы ғына бөтөрмәй, ә тағын биттең тонусын да күтәрә .
📌Берәр ҡалаҡ крахмал һәм иҙелгән бананға өй ҡаймағы өҫтәргә.
Маскалар таҙа биткә генә эшләнә һәм 30 - 40 минут тотарға кәңәш ителә. Бындай маскаларҙы аҙнаһына 3 - 4 тапҡыр эшләргә кәрәк.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1